Өфө районында бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Стуколкин һәм Фомичев ауылы халҡын хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән объекттар «Һаулыҡ һаҡлау» проекты сиктәрендә  сафҡа инде. Уларҙың икеһендә лә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеү, балаларға прививка эшләү, вакцинация үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Стуколкин ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын урындағы халыҡ ҡыуанып ҡабул итте. Медицина ярҙамы артынан Булгаков ауылына йөрөргә мәжбүр булған граждандар объектты 20 йыл буйы көткән. Башлыса өлкән йәштәге кешеләр йәшәгән биләмәлә ФАП хеҙмәтенә ихтыяж юғары булыр тип көтөлә.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты 500 кешене, шул иҫәптән 130 баланы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Пациенттарҙың көндәлек тормошон еңелләштереү өсөн ФАП-ты киңәйтеү маҡсаты ҡуйылған. Йәй аҙағында объект майҙанында  дарыухана асыу ҙа  күҙаллана. 

Фомичев ауылында йәшәүселәр ҙә яңы ФАП-ты асыу тантанаһын түҙемһеҙләнеп көткән. Йәшәү урыны буйынса медицина учреждениеһы төҙөлөүе сәләмәтлеккә иғтибарҙы ла арттырыр тип күҙаллана. Сөнки беренсел ярҙам күрһәтеү тап улар иңенә төшә. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса төбәктә медицина объекттары төҙөлөшө дауам итә.

Флорида Ким