Башҡортостанда «Етегән» республика полилингваль слеты старт алды

Ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Шишмә районындағы «Сәлих» социаль белем биреү үҙәге нигеҙендә үтә. Беренсе тапҡыр ойошторолған саранан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһы.

Һәләтле балалар «Етегән»гә йыйылды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Шишмә районындағы «Сәлих» социаль белем биреү үҙәге бер нисә көнгә балалар лагерын хәтерәтәсәк. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған «Етегән» полилингваль слетында ҡатнашыу өсөн 100-ҙән ашыу ғариза килә. Улар араһынан 60 уҡыу алдынғылары һайлап алына. Малай-ҡыҙҙар тотош республиканан йыйылған. 

«Етегән» полилингваль слеты уҡыусыларҙа рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен камиллаштырыу маҡсатында ойошторола. Шулай уҡ һәләтле балаларҙы үҫтереүгә ярҙам итеү, коммуникатив, лингвомәҙәни компетенциялар булдырыуға йүнәлтелгән. Слеттың тәүге көнөндә танышыу тренингтары, ижади оҫтаханалар үтте.

Полилингваль слеттың башҡорт теленә бағышланған көнөдә ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе, «Бәйге» турниры һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт-дискотекаһы көтөлә. Киләсәктә «Етегән» слетын лагерь рәүешендә үткәреү күҙаллана.

2019 йылдан алып Башҡортостанда дүрт полилингваль мәктәп сафҡа инә. Уларҙың икеһе Өфөлә, ҡалғандары Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашҡан. Йыл аҙағына тиклем Учалы ҡалаһында һәм Аҡъяр ауылында полилингваль белем усаҡтарын асыу күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова