Башҡортостанда “йәшел ураҡ”ҡа быйыл 60 яңы комбайн һатып алынған

Башҡортостанда “йәшел ураҡ”ҡа быйыл 60 яңы комбайн һатып алынған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 730 мең тонна бесән, 1 миллион 350 мең тонна сенаж һәм 1 миллион 200 мең тонна силос әҙерләү бурысы ҡуйылған. Шуға яҡшы һәм төҙөк техника талап ителә. Әле хужалыҡтарҙа 800-ҙән ашыу мал аҙығы йыйыу комбайны иҫәпләнә. Бөгөнгә республикала “йәшел ураҡ”тың өстән ике өлөшө теүәлләнгән.