БСТ-ла Өфө фән һәм технологиялар университеты тураһында һөйләйҙәр

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Өфө фән һәм технологиялар университеты тураһында һөйләйҙәр. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү мәсьәләһе буйынса брифинг ойошторола. Ул иртәгә киске етәлә башлана. Эксперттар ике юғары уҡыу йортоноң киләсәге, бюджет һәм коммерция урындары иҫәбе, абитуриент, студент һәм уҡытыусылар яҙмышына бәйле һорауҙарға яуап бирә. Тапшырыуҙы интернетта ла онлайн ҡарарға була. Башҡортостан Хөкүмәте һәм Республика менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә трансляция була. Унда әленән үк һорауҙар ҡалдырырға мөмкин.