Башҡортостанда инвесторҙарға Асылыкүл янында юл яны комплексын төҙөргә тәҡдим итәләр

Башҡортостанда инвесторҙарға Асылыкүл янында юл яны комплексын төҙөргә тәҡдим итәләр. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләкән районында ер участкаһы бүленгән. Проектҡа ярашлы, юл яны комплексында ҡунаҡхана, супермаркет, ашхана, ял итеү урыны һәм дарыухана төҙөргә тәҡдим ителә. Бының өсөн 144 миллион һум йәлеп итергә кәрәк. Эшҡыуарға ер бушлай бирелә, ҡайһы бер сығымдары ҡаплана, дәүләт яғынан ярҙам була.