Башҡортостанда быйыл алты айҙа 1 миллион ярым квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында икенсе урында килә. Алты айҙа 19 меңдән ашыу фатир һәм йорт төҙөлгән. План буйынса быйыл республикала 3 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелергә тейеш.