Республикала 8 меңдән ашыу кеше талпан ҡаҙалып табиптарға мөрәжәғәт иткән. Башҡортостан буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, июлдең өс аҙнаһында ғына 1 мең кеше зарарлы бөжәктән зыян күргән. Табиптар прививка эшләтергә кәңәш итә. Йыл башынан 29 мең кеше энцефалиттан вакцина яһатҡан. Белгестәр ҡалаларҙа парк һәм йәшел биләмәләрҙе, шулай уҡ балалар һауыҡтырыу лагерҙарын талпандан эшкәртә.