«Үҙәк МТС» автопаркы 9 «МАЗ» менән тулыланды

Улар предприятиеның райондарҙағы бүлексәләренә ебәрелде.

Йөк машиналарына асҡыс тапшырыу тантанаһында республиканың Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов менән Белоруссия илселегенең Өфөләге бүлексәһе етәксеһе Артур Карпович ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Белоруссия ауыл хужалығы техникаһын һатып алыусыларға республика ҡаҙнаһынан 40-50 процентҡа тиклем субсидиялау программаһы ғәмәлдә.

“Үҙәк” машина-технологик станция йөк машиналары иһә лизинг программаһы буйынса һатып алынған. Уға ярашлы дөйөм сумманың өстән ике өлөшө компенсациялана. Өр-яңы техника Бөрө, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондарына юлланды.

Ауыл хужалығы етештереүселәренә бик уңайлы. Сөнки техника һатып алыуға сарыф ителгән хаҡтың 40-50 процентын дәүләт кире ҡайтара. Шуға күрә күптәр был техникға өҫтөнлөк бирер тип уйлайым.

Артур Карпович, Беларусь республикаһының Рәсәйҙәге илселеге Өфө бүлексәһе етәксеһе

Әлфинә Килдейәрова