Өфөлә «Баш ҡала портреты. Өфө ҡалаһы» балалар ижады күргәҙмәһе асылды

Күргәҙмә Башҡортостандың Рәссамдар союзы тарафынан ойошторолған.

Ул «Рәсәй – минең тарихым» паркы бинаһында урынлашҡан. Экспозиция Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына бағышланған. Башҡортостандың Рәссамдар союзы йәш ижадсыларҙың эштәрен ике тиҫтә йыл рәттән «Баш ҡала портреты» күргәҙмәһенә йыя.

Һүрәт аша Өфөгә һөйөүен сәнғәт мәктәптәре, һынлы сәнғәт студиялары уҡыусылары һәм уларҙың уҡытыусылары белдерҙе.  Күргәҙмәлә акварель, гуашь менән яҙылған һүрәт һәм картиналарҙан тыш, төрлө скульптуралар ҙа урын алған.

Беҙҙең мәктәп балалары бик һәләтле, шуға күрә был күргәҙмәлә ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ. Әле уҡыусыбыҙ Ксения Иванованың эшен алып килдек. Шулай уҡ «Рисовашки» һынлы сәнғәт студияһы тәрбиәләнеүселәренең дә һүрәттәрен һайлап алдыҡ.

Юлия Крук, Өфөнөң 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы

Әлфинә Килдейәрова