Радий Хәбиров республикала айыҡлыҡ хәрәкәте һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, алкоголь эсеп, үлеүселәр һаны дүрт тапҡырға кәмегән. 2018 йылда 211 кеше хәмер арҡаһында яҡты донъя менән хушлашһа, былтыр ундайҙар һаны 57 булған. “Айыҡ ауыл” проекты ла маҡтап телгә алына. Өс йылда муниципаль этапта 150 ауыл еңгән, республика конкурсында 27 ауыл лауреат булды. Башҡортостанда айыҡ тормош һайлаған, спорт менән шөғөлләнгән кешеләр арта, төрлө фестивалдәр һәм байрамдар ойошторола, онотолоған кәсептәр тергеҙелә. Ҡайһы бер ауылдар алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу тәҡдиме менән сыға. Эшебеҙ дауам итә, тип яҙа Радий Хәбиров.