Азамат Юлдашбаев Сибай мэры итеп һайланды. Ҡала советы ултырышында депутаттар уның кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе. Быға тиклем Азамат Юлдашбаев ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы булды. Сибайҙың элекке етәксеһе Рөстәм Афзалов апрелдә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры итеп тәғәйенләнде.