Рәсәйҙә йәштәр һәм балалар хәрәкәте булдырылды. “Башҡортостан пионерҙары” ойошмаһынан шул турала хәбәр итәләр. Ҡырымда “Артек” үҙәгендә 26 балалар һәм йәштәр ойошмаһы етәкселәре ҡатнашлығында яңы хәрәкәт уставы ҡабул ителде. Ул төрлө төбәктәрҙән 6 йәштән 18 йәшкәсә ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе берләштерәсәк. Быға тиклем Президент Владимир Путин илдә пионерияға оҡшаш хәрәкәт булдырыуға бәйле законға ҡул ҡуйғайны.