Баш ҡаланың Орджоникидзе районында Кемеров урамын ремонтлау тамамланды

Бөгөн эш сифатын Өфө, район хакимиәте белгестәре, «Йәмәғәт контроле» советы ағзалары тикшереп сыҡты. Рейд барышында БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Өфөнөң Кемеров урамын танырлыҡ та түгел, соҡор-саҡырлы юлдар урынында тигеҙ асфальт, ике яҡлап та йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар эшләнгән, бордюрҙар яңыртылған, юл һыҙаттары һыҙылған. Орджоникидзе районы белгестәре әйтеүенсә, муниципаль берәмектә әле бер нисә юлды төҙөкләндереү бара. Ремонт эштәре «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Милли проект буйынса быйыл Башҡортостанда 210 километр юлды ремонтлау ҡаралған. Был 100-ҙән ашыу объект. Ошо маҡсатта 8 миллиард һум аҡса йүнәлтелә, финанслауҙың яртыһы тиерлек федераль бюджеттан. Төҙөкләндереүҙең төп өлөшө Өфө агломерацияһына тура килә, баш ҡалала ғына 2 тиҫтәнән ашыу юл ремонтлана.

Быйыл Өфөлә милли проект буйынса төҙөкләндерелгән юлдарҙың оҙонлоғо 23 километрҙан ашыу, бында һүҙ тәртипкә килтереү хаҡында ла, капиталь ремонт тураһында ла бара. Мәҫәлән, Ибраһимов бульвары тулыһынса яңыртыу кисерә. Бөтәһе 1 миллиад һум 500 миллион һум тирәһе аҡса йүнәлтелә. Бар объекттарҙы ла ваҡытында файҙаланыуға тапшырырбыҙ тип ышанам.

Илшат Фәхретдинов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш, юл ремонты һәм яһалма ҡоролмалар идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Йәмәғәт контроле ағзалары фекеренсә, юлдарҙы ремонтлау ыңғай күренеш. Әммә сифат хаҡында ла оноторға ярамай. Подрядсы ойошмалар эште еренә еткереп, яуаплы башҡарырға тейеш. Шул ваҡытта ғына ҡала-райондарҙың йөҙө үҙгәрәсәк һәм юлдар оҙаҡ хеҙмәт итәсәк. Кемеров урамына килгәндә, объект ваҡытынан алда сафҡа индерелеүгә ҡарамаҫтан сифатлы эшләнгән. Әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, туҡталыштағы автобус юлды ҡаплай, башҡа водителдәр йәмәғәт транспортының ҡуҙғалғанын көтөп торорға мәжбүр.

Кемеров урамы киң, йәмәғәт транспорты туҡталышын эскәрәк шыуҙырырға, йәки урталағы юл һыҙатын күсерергә мөмкин. Сөнки әлеге һымаҡ ҡалдырғанда водителдәргә автобусты уҙыу өсөн ҡаршы һыҙатҡа сығырға тура килә, был хәүефле, юл фажиғәләренә һәм тығындарға килтереүе ихтимал.

Альберт Хәкимов, йәмәғәт советы ағзаһы

Рейдта ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Кемеров урамын ҡабул итеү һөҙөмтәләре муниципаль берәмеккә еткерелә, етешһеҙлектәрҙе ваҡытында төҙәтеү талап ителәсәк. Башҡа объекттарҙа ла эш сифатын тикшереү ҡаралған.

Кемеров урамы Өфөнөң төнъяҡ ҡапҡаһы, тик ул оҙайлы йылдар дауамында емерек хәлдә була. Ремонт эштәре быйыл яҙ милли проект сиктәрендә башлана. Объек 19 сентябрҙә файҙаланыуға тапшырырға тейеш була, әммә подрядсы ойошма эшие ике ай ярымға алдан башҡара. Сөнки был зонала транспорт хәрәкәте көсле, юлға ихтыяж ҙур.

Рәмзиә Кәримова