Быға халыҡтың ойошма эшмәкәрлеге менән риза булмай, милекселәрҙең яңы ойошманы һайлауы сәбәпсе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Һөҙөмтәлә бөгөн келәттә һаҡланған бар әйберҙәр ҙә ҡулланырға яраҡһыҙ. Бәшмәк хатта, көнкүреш техникаһын да йәлләмәгән. Зыян күләме әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел. Ошондай уҡ күренеш күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатына ла хас.
Аҙна-ун көн элек яуған ямғырҙар эҙемтәһе. Әле һыу юҡ. Сөнки идарасы компания телевидение хеҙмәткәрҙәре килеүен ишетеп, алдан хәстәрлек күргән Фотолар шаһит. Мәҫәлән, вахтанан ҡайтҡан ирҙең парковкала ҡалдырылған машинаһынан бер күренеш. Ә быныһы иһә парковканың үҙе. Бөгөн ул монтаж күбеге менән ямалған.
Ғөмүмән, «Эдисон» торлаҡ комплексындағы проблемалар күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылғас та башлана. Тәүҙә халыҡ эргә-тирәнең еренә еткереп эшләмәүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Балалар майҙансығында ла күп һанлы мөрәжәғәттән һуң, тәртип урынлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта идарасы компанияға ла һорауҙар юҡ түгел. Шуға ла күп ҡатлы йортта йәшәүселәр икенсе ойошманы һайларға ҡарар итә.
БЮТ ижади төркөмө ойошма вәкиле менән бәйләнешкә сыҡты. Әммә, хеҙмәткәр һүҙ ҡуйыртыуҙан ары китмәне. Бар мәсьәләне төҙөлөш компанияһына япһарҙы.
Тимәк, идарасы компания йөкмәтелгән эшенә яуапһыҙ ҡарай булып сығамы? Өҫтәүенә, күп ҡатлы йортта йәшәүселәр икенсе ойошма һайлауына ҡарамаҫтан, китергә теләмәй. Милекселәрҙе судҡа биргән. Икенсе ултырыш август урталарына билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин