Йәрмәкәй районында 2700 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән

Йәрмәкәй районы «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһында ҡатнашыу буйынса республика кимәлендә алдынғылар рәтендә. Һуңғы өс йылда «Торлаҡ менән тәьмин итеү» йүнәлеше буйынса ғына биләмәгә 75 миллион һум аҡса йәлеп ителеп, 2700 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

«Спартак-Агро» – программала әүҙем ҡатнашҡан ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Компания етәкселеге йәш белгестәргә йортло булыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Спартак ауылында барған күләмле төҙөлөш эштәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ҡыҙыҡһынды.

Төҙөүселәрҙең ҡулдары алтын. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта улар ике хужаға иҫәпләнгән йорттоң стеналарын күтәреп, ҡыйығын ябып, түшәм-иҙәндәрен эшләүгә күскән. «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә Йәрмәкәй районы Спартак ауылының яңы урамында урындағы агросәнәғәт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ төҙөлә. Объектты сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған.

Дәүләт программаһына ярашлы, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә фатир социаль найм килешеүе буйынса тапшырыла. Төҙөлөш эштәренә киткән сығымдарҙың 80 проценты субсидия булараҡ федераль һәм республика ҡаҙнаһынан ҡапланһа, ҡалған сумманы агросәнәғәт предприятиеһы муниципалитет менән берлектә йүнәлтә.

Торлаҡта йәшәүселәр урындағы хужалыҡта биш йыл эшләгән осраҡта, фатир хаҡының ун процентын түләп, уны һатып алыу хоҡуғына эйә. Ун йыл эшләгәндәр сумманың ни бары 1 процентын түләп, милеккә хужа буласаҡ. Әйткәндәй, был программа буйынса ауылдың яңы урамында тағы ла ике йорт төҙөү планлаштырылған.

Былтыр Спартак ауылында дәүләт программаһы буйынса шулай уҡ ике фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылған. Билдәле булыуынса, унда урындағы хужалыҡтың баш агрономы менән водителе күсенгән. Торлаҡлы булыу хеҙмәт урындарында нығыныуға булышлыҡ итә.

Гөлназ Хәйбуллина