Баш ҡаланы төҙөкләндереүгә бәйле, ҙур проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу дауам итә

Өфөнөң Дим районындағы «Үҙәк» паркында күләмле эштәрҙең ҡыҙған мәле. Биләмәгә ике бригада эшселәр йәлеп ителгән. был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова таныштыра.

Биләмә буйлап эш гөрләй.  Брусачатка түшәлә, электр сымдары өсөн ер ҡаҙыла, тракторҙар ҡом тейәй. Айҙар Шафиҡов һуңғыһы өсөн яуаплы. Йөк тейәүсе машиналар  үтә алмаған ергә ул үҙенең ҡеүәтле техникаһы менән ҡом ташый.

Дим районындағы мәҙәниәт һәм ял паркы 1950 йылда асыла. Бында башлыса балалар өсөн аттракцион, уйын майҙансыҡтары була. Ләкин парк заман талаптарына һәм урында йәшәүселәрҙең ихтыяжына тап килмәй башлай. Башҡортостандың Ҡалалар үҫтереү институты был биләмәне төҙөкләндереү буйынса проект төҙөй. Реконструкция эштәре апрель аҙағында башлана. Көҙгә димдәр парк сәнғәтенең заманса талаптарына яуап биргән төҙөк биләмәгә йөрөй аласаҡ, тип вәғәҙәләй эшселәр.

Яңыртылған паркта ағас үҫентеләре менән уратып алынған үҙенсәлекле “тыныс зона” барлыҡҡа киләсәк. Ғөмүмән, биләмәне йәшелләндереү, үҫеп ултырған ағастарҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе лә ҡарала.  

Иң ҙур порблема булып ағастарҙы һаҡлау тора ине. Уларҙы ҡырҡмай,  «йәшел зона»ны күберәк ҡалдырғы килде. Шуға күрә һуҡмаҡтарҙы ла ағастар янынан уратып, төрлөләндереп эшләргә тырыштыҡ. Бынан тыш, 2 мең квадрат метр газон түшәләсәк, ике гектарға яҡын ерҙә үҫентеләр ултыртыласаҡ.

Ратмир Зарипов, проект етәксеһеhttps://vk.com/video-85076499_456243321

Дим районы паркының дөйөм майҙаны 5 гектарға яҡын. Бында балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары, йәштәргә скейт-парк сафҡа инәсәк. Әле сәхнә һәм арт-объекттар өсөн урын әҙерләнә.

Әлфинә Килдейәрова