Ауыл уңғандар менән күркәм – Кәрим Иҫәнов

Ижади оҫтахана. Баймаҡ районы Йомаш ауылында йәшәүсе. Кәрим Иҫәновтың йорто айырым бер галереяны хәтерләтә. Рәссамдың ижад емештәре үҙ донъяһын биҙәүҙән тыш, башҡаларҙы ла һоҡландыра. Шәхси музей, сәнғәт йорто хаҡында киләһе сюжетта.

Кәрим Сәфиулла улы – рухи яҡтан бай күңелле кеше. Ул Йомаштың шәхсән оҫта рәссамы була. Колхоз тарҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡас ижади һәләте үҫә генә. Иҫәновтар йорттоң эсе лә, тышы ла билдәле бер рәссәмдың галереяһын хәтерләтә. Бынан тыш Кәрим ағай бәләкәй өйөнә музей эшләй башлаған. Унда илдең үткән тарихы шәхси шәжәрәләр ҙә сағылыш ала.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан Кәрим олатайҙың әленән әле яңы һүрәттәр эшләүгә ваҡыты ла, дәрт-дарманы ла етерлек. Тормош иптәше Фәриҙә апай уның һәр башланғысын хуплаусыһы, дәртләндереүсеһе. Улар бергә ижад итеп үҙ өйҙәрен матурлыҡ, сәнғәт йортона әйләндергән.

Кәрим Иҫәнов заман менән бергә атлап 3D форматында ла һүрәттәр эшләй. Бер бүлмәһендә тәбиғәттең 4 миҙгеле һүрәтләнгән. Ошондай матурлыҡты булдырыусы Иҫәновтарҙың  йортонан һоҡланып сыҡтыҡ. Уларҙың ижади ҡомарҙары һүнмәһен.

Рүзилә Ғүмәрова