Был турала Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының төбәк сәйәсәте, мәғариф һәм проект идаралығы департаменты директоры урынбаҫары Лидия Федякина хәбәр итте. Былтыр република район-ҡалаларында 10 заманса мәҙәни майҙан булдырылған, йәмғеһе улар 14.
Китапханаларҙа хәҙер юғары тиҙлекле интернет һәм заманса йыһаздар менән файҙаланырға, федераль электрон порталдарға бушлай тоташырға ла мөмкин. Проект сиктәрендә китап фонды байытылған. Эшләү һәм аралашыу өсөн уңайлы зоналар ойошторолған.
Яңы быуын китапханаларҙың береһе Ишембай районы Үрге Этҡол ауылында асылған. Заманса белем үҙәгендә йәнһүрәт төшөрөү һәм телестудиялар бар. Шулай уҡ балалар өсөн 3д принтер ярҙамында күләмле әйберҙәр яһау мөмкинлеге булдырылған.
Рәзилә Ғиниәтуллина