Күләмле саранан йәштәр ҙә ситтә ҡалманы. Иң йәш ҡатнашыусы Бүребайҙан Нурислам Азаматовҡа махсус бүләк – өр-яңы музыка ҡоралы тапшырылды. Һаҡмар йылғаһы буйында уҙғарылған конкурстың төп ойоштороусыһы – Йәнтеш ауылынан Рәсих Әхмәтов.
Моңдаш дуҫтарҙы бер сәхнәгә йыйыу, гармунда, баянда уйнауҙы популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бәйге райондан ғына түгел, сит өлкә вәкилдәрен дә бер сәхнәгә йыйҙы.
Гөлназ Хәйбуллина