Республикала 15 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ваҡытлыса эшкә урынлашҡан

Республикала 15 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ваҡытлыса эшкә урынлашҡан. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан шул турала белдерәләр. Үҫмерҙәр тирә-яҡты тәртипкә килтереү һәм таҙартыу, офиста документтар менән эш итеү, ололарға ярҙам итеү, курьер хеҙмәте кеүек бурыстар башҡара. Мәктәп уҡыусыларына минималь хеҙмәт хаҡынан юғарыраҡ түләнә. Бынан тыш, мәшғүллек үҙәгенән егеттәр һәм ҡыҙҙарға өҫтәмә 2 мең ярым һум күсерелә. Былтыр 18 меңдән ашыу үҫмер йәйге каникул ваҡытында ваҡытлыса эшкә йәлеп ителгән.