Радий Хәбиров тегенселәрҙең эш хаҡын арттырырға тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Унда “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденты - “Аркада” ойошмаһы эшмәкәрлеге ҡаралды. Тегеү фабрикаһында әле 300-ҙә ашыу кеше эшләй. Сентябрҙә икенсе завод асыла. Шуға тағы 800-ҙән ашыу хеҙмәткәр талап ителә. Кадрҙар мәсьәләһе икенсе резидент – ZASPORT фарикаһы өсөн дә көнүҙәк иҫәпләнә. Спорт кейеме етештергән ойошмаға 300-ҙән ашыу эшсе кәрәк. Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итеү өсөн тегенселәрҙең эш хаҡын күтәрергә тәҡдим итте.