Башҡортостан Башлығының Донбасс мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле була. Радий Хәбиров указына ярашлы был вазифаға Дмитрий Дудко тәғәйенләнде. Уға Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында һәм башҡа биләмәләрҙә халыҡ көнкүрешен тәьмин итеү һәм инфраструктураны тәртипкә килтереү өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Дмитрий Дудкоға 50 йәш, ул Өфөлә тыуған. Оҙаҡ йылдар төҙөлөш өлкәһендә эшләгән. Һуңғы ваҡытта“Медикал Групп” ойошмаһын етәкләгән.