Эксперттар республикала юғары уҡыу йорттарын берләштереүҙең ыңғай яҡтарын атаны. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендә яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде. Ул Өфө фән һәм технологиялар университеты тип атала. “Яңы уҡыу йорто фундаменталь тикшеренеүҙәр үткәреү һәм уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса”, - ти Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт