Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө – Ырымбур трассаһында «Датсун» автомобиле ҡаршыһына ҡапыл мышы килеп сыға. Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә 66 йәшлек пассажир алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған.
Водитель дауаханаға һалынған, тағы ла ике кеше табип тикшереүенән һуң өйҙәренә ҡайтарылған. Ҡырағай хайуан ваҡиға урынында йән биргән.
Хайуандар ҡатнашлығында тағы бер авария Шишмә районында теркәлде. Бөгөн М-5 трассаһында һарыҡтар тейәгән йөк автомобиле юл ситендәге тимергә бәрелә. 200 баш ваҡ мал һәләк була. Водитель зыян күрмәгән. Фура янмаһын өсөн махсус шыйыҡса менән эшкәртелгән.