Өфөлә «Башҡортостан төҙөлөш комплексының иң яҡшы ташсыһы» конкурсына йомғаҡ яһалды

Ун бишенсе йыл ойошторолған һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә быйыл утыҙға яҡын кеше ҡатнашты. Дим биҫтәһендәге төҙөлөш объекттарының береһендә барған көсөргәнешле ярышты БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенә саҡырылған ташсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, кемуҙарҙан төҙөлөш эштәренә тотондо. Бында һәр секунд ҡәҙерле. Сөнки ике сәғәт ярым ваҡыт эсендә билдәләнгән участкала кирбестән стена күтәрергә кәрәк. Конкурсанттар эш ҡоралдарын үҙҙәре алып килһә, төҙөлөш материалдары сараны ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән. Көн эҫе, ярыш та ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Өфөнән Иршат Әхмәтшин ҡара тиргә батып, бар көсөн бәйгелә еңеүгә йүнәлткән.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама ҡалаларының иң көслө төҙөлөш компаниялары вәкилдәре бер майҙанда оҫталыҡҡа, етеҙлеккә көс һынаша. «3-сө төҙөлөш фирмаһы» ташсыларының эш тәжрибәһе ҙур. Улар – республикала 2007 йылдан алып уҙғарылған конкурстың даими ҡатнашыусылары.

Иң оҫта ташсылар бригадаһын билдәләгәндә кирбестәр араһындағы иҙмәнең ҡалынлығы, стенаның тигеҙлеге һәм башҡа күп күрһәткестәр иҫәпкә алынды. Конкурстың комиссия ағзалары башҡарылған эштең сифатын етди күҙәтте, иң мөһиме: бында нормативтарҙан тайпылмау.

Һөнәри оҫталыҡ конкурсының тәүмаҡсаты – төҙөүсе һөнәренең абруйын күтәреп, алдынғы тәжрибәне пропагандалау, йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү.

Ярыш майҙансығы булараҡ Өфөнөң Дим биҫтәһендәге төҙөлөш объекты һайлап алынған. Проект буйынса, бында егерме ҡатлы йорт күтәрелергә тейеш. Торлаҡтың дүртенсе һәм бишенсе ҡаттарында конкурсанттар эшләй. Бәйгенән һуң стеналар һүтелмәйәсәк. Сифат өсөн борсолмаҫҡа ла мөмкин. Сөнки бында республиканың иң оҫта ташсылары саҡырылған.

Конкурстың практик өлөшө тамамланғандан һуң, ҡатнашыусылар хеҙмәт һағы һәм производство технологиялары буйынса теоретик һорауҙарға яуап бирҙе. Конкурстың баһалама комиссияһы ҡатнашыусыларҙың әҙерлеген юғары баһаланы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде. Беренселек яулаған ташсылар бригадаһы Башҡортостан данын Волга буйы федераль округында уҙғарыласаҡ һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә яҡлаясаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина