Ейәнсура районында «Йәйләү» республика лагеры йәйге сменаһын тамамланы. Төрлө төбәктәрҙән һәм республиканың район-ҡалаларынан йыйылған малай-ҡыҙҙар «Аҡ елкән» һауыҡтырыу лагерында ял итеп көс тупланы.
Үҙенсәлекле программа сиктәрендә балалар башҡорт телен, ҡубыҙҙа, ҡурайҙа уйнарға, йырларға өйрәнде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Отрядтар урынына ырыуҙарға бүленгән малай-ҡыҙҙар көн тәртибе менән линейкала таныша. «Аҡ елкән» һауыҡтырыу лагерендә ял итеүсе балаларҙың һәр сәғәте уйланып төҙөлгән, сөнки сменала улар бай йөкмәткеле программаны үҙләштереп өлгөрөргә тейеш. «Йәйләү» программаһына ярашлы үҫмерҙәр өсөн милли, мәҙәни стилдәге ял ойошторола.
«Йәйләү» сиктәрендә башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибар бүленә. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған малай-ҡыҙҙар вожатыйҙар менән башҡортса аралашып, йырҙар йырлай, әҙәби әҫәрҙәр уҡый.
Ейәнсура районы быйыл «Йәйләү» ҡунаҡтарын яңыртылған корпуста ҡаршы алды. Капиталь ремонт үткәрелгән биләмәлә спорт инвентаре, мебель яңыртылған. Балаларҙың төп ял сәғәттәре лагерь майҙанында үтһә лә, программаға ярашлы район буйынса экскурсия һәм тәбиғәт ҡосағында ял итеү ҙә ҡаралған
«Йәйләү» – балаларҙың физик сәләмәтлеген нығытыу, уларҙы илһөйәр шәхес итеп тәрбиәләү, рухи яҡтан үҫтереү маҡсаты менән ойошторола. Иҫтәлекле, ыңғай тәҫьораттарға бай ял осоро төбәктә йылдағыса йәйҙең иң матур мәлендә үтә.
Флорида Ким