Бөрйән районында 37 йәшлек әсә ун йәшлек ҡыҙы менән янғында һәләк булған

Байназар ауылының Салауат Юлаев урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр иртәнге сәғәт 7 тула 10 минуттар тирәһендә килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергән ваҡытта 1985 йылғы ҡатын һәм 2012 йылда тыуған баланың үле кәүҙәләре табыла. Улар Өфөнән туғандарына ҡунаҡҡа килгән булған.

Янғында шулай уҡ тағы ла 2 һәм 14 йәшлек ҡыҙ менән малай зыян күрә. Ҡатын уларҙы тәҙрә аша сығарып өлгөрә. Балаларҙың береһе ауыр хәлдә дауаханаға һалынған.