Балалар өсөн башҡорт һәм рус телендә комикстар баҫтырыу Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.
Былтыр махсус баҫма күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың 130 йыллығына арналып донъя күргәйне. Был юлы комикстар Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев, Бөйөк Ватан һуғышы партизандары Вафа Әхмәҙуллин һәм Даян Мурзинға, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышланған.
Журнал биттәрендә билдәле яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында «Муха» студияһы менән балалар төшөргән һүрәттәр, ҡыҫҡа яҙмалар һөйләй. Комикстарҙың тиражы – 5 мең 400 дана. Уны республиканың барлыҡ китапханаларында табырға мөмкин.
Комикстарҙың өс комплектында ла «Башҡорт батырҙары» республика конкурсы еңеүселәренең һүрәттәре урын алған. Бәйгегә барлығы 218 ижади эш килә, ҡатнашыусылар башлыса Салауат Юлаев образын һынландыра.
«Тере китап: Башҡортостан – батырҙар төйәге» проектының презентация сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана фойеһында махсус күргәҙмә асылды. Һүрәт авторҙары яңы донъя күргән комикстар журналы һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Әлфинә Килдейәрова