Сара баш ҡала райондары хакимиәттәре эшселәрен берләштерҙе. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре буласаҡ «Өфө мунсағы» туристик маршрутын сүп-сарҙан таҙартты.
«Өфө мунсағы» баш ҡаланың төрлө өлөшөндәге ярҙарынан үтә. Проектҡа ярашлы, маршруттың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 70 саҡрым. Өфө районы Орджоникидзе районы хакимиәтенең яҡынса 200 хеҙмәткәре «Еңеү паркы»нан алып Биатлон спорт комплексына тиклем 2 саҡрымлыҡ биләмәне таҙартты.
Черниковка биҫтәһендәге юл арауығын сентябргә тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Яҡын арала бында йәйәүлеләр һәм велосипедсылар уңайлығы өсөн асфальт һалыу көтөлә.
Рәзилә Ғиниәтуллина