Күренекле шәхес исемен данлап

Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылында арҙаҡлы сәсән-импровизатор Ғәбит Арғынбаевҡа таҡтаташ асылды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты.

Сара Һабантуй яланында дауам итте. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамында ҡатнашыусылар өсөн концерт программаһы әҙерләнеп, Мөхәмәтша Буранғоловтың сәсән менән осрашыуы сәхнәләштерелде. Майҙанда теләгән һәр кем Арғынбаевтар шәжәрәһе менән таныша алды. Балалар өсөн милли уйындар ойошторолдо, иң әүҙем ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

XX быуат башында Ғәбит сәсәндән «Аҡбуҙат», «Ҡараһаҡал», «Күсәкбей» һәм башҡа ауыҙ-тел ижады ынйылары яҙып алынған. Уның хеҙмәте арҡаһында «Урал батыр» эпосының ҙур өлөшө һаҡланып ҡалып, беҙҙең көндәргә килеп еткән. Сарала «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса видеоконкурс еңеүселәре билдәләнде. Бәйгелә республика төбәктәренән төрлө йәштәге 40 конкурсант ҡатнашҡан.

Рәзилә Ғиниәтуллина