Өфөлә «Тере классика» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте

Китап уҡыу мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән ижади бәйгелә өлкәндәр һәм балалар ҙа ҡатнашты. Баш ҡалала конкурстың төп өлөшө Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана майҙанында ойошторолдо.

Әҙәби сарала ҡатнашыусылар күңеленә яҡын проза әҫәрҙәренән өҙөктәр, шиғыр юлдарын тасуири уҡып рухи көс тупланы. Конкурсҡа саҡырылған ҡунаҡтар араһында билдәле кинорежиссер Сергей Снежкин булды.

Флорида Ким