Ауыл халҡы үҙ көстәре менән ярты миллион һумдан ашыу аҡса йыйып, зыяратты кәртәләй. Эш оҙаҡламай тамамланыр тип күҙаллана. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Зыяратты кәртәләү идеяһы халыҡта июнь айҙарында барлыҡҡа килә. Ул саҡта дөйөм йыйылышта башланғысты дәррәү күтәреп алалар. Тәҡдимде тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаны ла үҙ аллы йыйырға килешәләр. Бер ай эсендә түбәнге хәжәттәр 600 меңдән ашыу аҡса йыя.
Изге эште тормошҡа ашырыуҙа хатта ауылға ҡағылышы булмаған кешеләр ҙә матди ярҙам күрһәтә. Халыҡ серегән ағас кәртәләрҙе замансаһына алмаштыра. Тимерҙән эшләнгән 3Д кәртәләр 50 йылдан ашыу торорға тейеш. Әлеге ваҡытта биләмә оҙон ағастарҙан таҙартыла.Был инде өсөнсө өмә.
Әйткәндәй, зыяратҡа бик борон нигеҙ һалынған. Бында 20 быуаттың башына ҡараған таҡтаташтар бар. Ә иң ҡиммәтле ҡомартҡы – 7 быуатлыҡ Кали Шейх ҡәберендәге таҡтаташ. Эпитафиялағы яҙыуға ярашлы, ул һижри календары буйынса 811 йылға ҡарай, ә григориан календары буйынса был 1408 йылға тура килә.
Төҙөкләндереү эштәрендә олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Кемдер быса, кемдер ағас ташый, ҡатын-ҡыҙҙар ашарға бешерә. Бөгөнгә халыҡ мәрхүмдәрҙе ерләү ҡоралдары һатып алған, планда – уларҙы һаҡлау урыны төҙөү. Изге башланғыс ауыл халҡын берләштереп, дәррәү эш итергә ярҙам итә.
Түбәнге хәжәттәр әүҙемлеге, эшһөйәрлеге менән айырылып тора. Ауылдаштар үҙ көсө менән спорт майҙансығы төҙөгән, яңы мәсеткә нигеҙ һалған. Киләсәктә улар «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға ниәтләй. Тимәк, иң оло башланғыстар әле алда.
Рәзилә Ғиниәтуллина