Тәфтиш комитеты идаралығы мәғлүмәттәре буйынса 23 йәшлек егеттең иркен сикләү мәсьәләһе хәл ителә. Бөгөн иртән ул юғары тиҙлектә «Ауди» автомобилендә юл ситенән барған 4 ҡыҙҙы бәрҙерә.
Йәйәүлеләрҙең ғүмере ваҡиға урынында уҡ өҙөлә. Тәгәрмәс аҫтында һәләк булған ҡыҙҙар 17-19 йәшлектәр. 4-һе лә студент. Барыһы ла Баҡалыға йәйге каникулға яҡындары янына ҡайтҡан булған.
Аварияла ғәйепләнеүсе вахта буйынса Себерҙә эшләгән, руль артына уның иҫерек килеш ултырыуы билдәле. Аяныслы хәлгә оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та иғтибар итте. Ул авария сәбәптәрен тикшереүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуын билдәләне.
Радий Хәбиров район етәкселәренә мәрхүмәләрҙең яҡындарына һәр яҡлап, шул иҫәптән йыназа сараларын ойоштороу буйынса ла ярҙам күрһәтергә ҡушты. Һәләк булған ҡыҙҙарҙың береһенең әсәһе әле Себерҙә, эштә булыуы билдәле. Властар уны тиҙ арала республикаға ҡайтарыу мәсьәләһен хәл итә.
Рафиҡ Әхмәтшин