Өфөлә йәш һәм социаль эшҡыуарҙарға сертификаттар тапшырылды

Улар ике аҙна дауамында иҡтисади баҙар, маркетинг үҫеше, юридик һәм һалым һорауҙарына бәйле махсус уҡыуҙар үтте. Эшҡыуарҙар менән онлайн режимда төрлө өлкә белгестәре эшләне.

Сарала шулай уҡ үҙ проекттары менән мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Ә инде сертификат алыусылар үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн 100 мең һумдан 500 меңгәсә республика грантына заявка бирә ала.

Социаль үҙәк белгестәре быйыл тағы ике төркөм ойошторорға ниәтләй. Ул конкурс шарттарында алып барыласаҡ.

Азат Ғәлиуллин