Өфөлә йәшәүсе Регина Хужина «Йәш Мисс Ғаләм» титулына лайыҡ булды

10 йәшлек яҡташыбыҙ бер йыл эсендә 11 төрлө матурлыҡ конкурсында көсөн һынап, һәр береһендә Гран-при яулаған. Донъя модаһы һәм матурлыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн ҡыҙ Пьер Кардендың алтын миҙалы менән дә бүләкләнде. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Матурлыҡ конкурстарында яулаған бүләктәр араһында Регина өсөн иң ҡиммәтлеһе лә урын алған. Ошо көндәрҙә мода донъяһы Пьер Кардендың 100 йыллығын билдәләй. Мәскәүҙә үткән Мода аҙнаһы сиктәрендә билдәле модельерҙың алтын миҙалын тапшырҙылар. Уға матурлыҡ һәм сәнғәт өлкәһендә ҡаҙаныштар яулаусылар дәғүә итте.

Алтын миҙалға Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Вячеслав Зайцев, мода тарихсыһы Александр Васильев менән бер рәттән яҡташыбыҙ Регина Хужина ла лайыҡ булды. Шулай уҡ ул 100-ҙән ашыу ҡатнашыусы араһында «Йәш Мисс Ғаләм» титулын яуланы.

Регина бәләкәйҙән сәнғәт менән ҡыҙыҡһына башлай. Өйҙәрендә бәләкәй музей ҙа булдыралар. Бүлмә аш-һыу кәрәк-яраҡтары, сәңгелдәк, һандыҡ һәм түшелдерек кеүек әйберҙәр менән тулыланған.

Милли мөхит ҡыҙҙа башҡорт бейеүҙәренә ҡыҙыҡһыныу уята. Регина биш йәшенән Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡарамағындағы балалар бейеү коллективында шөғөлләнә башлай. Матурлыҡ бәйгеләрендә лә ул бейеү номерҙары менән сығыш яһай.

Бер йыл эсендә 11 төрлө матурлыҡ бәйгеһендә Гран при алған ҡыҙ бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Киләсәктә ул яңы конкурстарҙа еңеп, донъя подиумын яуларға һәм модель булырға хыяллана.

Әлфинә Килдейәрова