Бөгөн Өфөнөң Пугачев урамының бер өлөшөндә транспорт хәрәкәте ике йылға сикләнде

Хәҙер водителдәргә Геофизиктар һәм Бородин урамдары араһындағы участканы урап үтергә тура киләсәк. Яңы юл Пугачев урамына дублер сифатында төҙөлдө.

Урау юлда 4 автобус туҡталышы, юл билдәләре, яҡтыртырыу ҡоролмалары урын алған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле реконструкция эштәре «Өфөнөң көньяҡ ҡапҡаһы» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә башҡарыла.