Оло йәштәгеләр өсөн сираттағы бер көнлөк экскурсия Иглин районы буйлап ойошторолдо.
Мишкә районы һәм Әстрхан өлкәһе ҡунаҡтары Иглин районы белорустарына ҡунаҡҡа килде. Улар Балтика ауылы китапханаһы һәм тарихи-мәҙәни үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.
Туристар Иглин районында яңы асылған “Алтын ҡош” башҡорт ихатаһы менән дә танышты. Сәйәхәт маршруты Эҫем йылғаһы янында урынлашҡан Тәкәй ауылы буйлап үтте. Бында улар солоҡсолоҡ кәсебен яҡындан күреп, бал тәмләп ҡараны. Шулай уҡ һыбай йөрөү, уҡтан атыу, милли кейемдәр майҙансыҡтары эшләне.
Республиканың Туризмды үҫтереү үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” программаһы буйынса йыл аҙағына тиклем 11 меңдән ашыу пенсионерға бер көнлөк экскурсия ойоштороласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова