Бөгөндән алып баш ҡаланың «Көньяҡ ҡапҡаһы» аша сығырға теләүселәр урау юлдан хәрәкәт итәсәк. Төҙөкләндереү эштәре ике йылға иҫәпләнгән. Сикләүҙәр башҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына ҡарата төҙөклендереү эштәренә бәйле.
Әммә Өфө мэры Ратмир Мәүлиев юлды мөҙҙәтенән алда тапшырыу бурысы ҡуйҙы. Пугачев урамы ябылғандан һуң водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе ниндәй яңылыҡтар көтә? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Ике йылға иҫәпләнгән төҙөкләндереү эштәре бөгөн башланды. Нөктәләге светофорға «ремонт» тигән яҙыу эленә, юлдар блоктар менән ҡаплана. Юғалып ҡалған водителдәр хәрәкәтен юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре көйләп, урау юлға йүнәлтә. Юл коллапсы булмай, сөнки әлегә машиналар ағымы көслө түгел.
Урау юлы Бородин – Һынаусылар – Геофизиктар урамдары буйлап үтә. Уның дөйөм оҙонлоғо – яҡынса 3 саҡрым. Ә бына был Бородин – Пугачев урамдарындағы юл киҫелеше ике аҙнанан ябыласаҡ. Ә транспорт ағымы яҡындағы яңы участкаға күсереләсәк.
Урау юл яҡынса ике ай эсендә төҙөлөп, бер нисә көн элек файҙаланыуға тапшырылған. Ул Пугачев урамына дублер сифатында төҙөлгән. Бында халыҡ уңайлығы өсөн яҡтыртыу ҡоролмалары, ике яҡҡа 4 автобус туҡталышы ҡуйылған. Әйткәндәй, юл Пугачев урамында төҙөкләндереү эштәре тамамланғандан һуң да, ябылмаясаҡ.
Төҙөкләндереү эштәренең оҙайлы срогы ла юлда инженер селтәрҙәрен күсереүгә бәйле. Ер аҫтындағы коммуникациялар тулыһынса алмаштырыласаҡ. Пугачев урамының киңлеге ике тапҡырға, йәғни 25 метрға тиклем артасаҡ. Бында 4 һыҙатлы юл эшләү күҙаллана. Төҙөлөш ваҡытына урында йәшәүселәр йорттарына Геофизиктар урамы аша үтә аласаҡ.
«Көньяҡ ҡапҡа» проекты сиктәрендә Пугачев һәм Генерал Рыленко урамдары киҫелешендә юл өҫтө үткәүелен дә төҙөү планлаштырылған. Юл өҫтө сиселешен дә ике йылдан файҙаланыуға тапшырыуға ниәтләйҙәр. Был тығындар һанын һәм дөйөм транспорт ағымын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Төҙөлөш ваҡытына автоһәүәҫкәрҙәр хәүефһеҙлеге маҡсатында тағы ла 300 метрлыҡ участка сикләнәсәк. Быны иҫәпкә алып, урында өҫтәмә юл төҙөлә.
Пугачев урамында төҙөлөш ваҡытында автотранспорт хәрәкәте ҡатмарлашыуы ихтимал. Әммә водителдәрҙе был ҡурҡытмай.
Ҡала хеҙмәттәре төҙөлөш эштәрен аңлап ҡабул итергә саҡыра. Юлға сығыр алдынан, водителдәргә альтернатив юлдарҙы, шул иҫәптән М5 федераль трассаһы йәки Ырымбур трактын күҙ уңында тоторға кәңәш ителә.
Рәзилә Ғиниәтуллина