Мәләүез районындағы һыу ятҡылығында 4 йәшлек баланың һәм уның атаһының ғүмере өҙөлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Мәләүез районы Иштуған ауылында теркәлгән фажиғәле осраҡҡа асыҡлыҡ индерҙе. Кисә 37 йәшлек ир үҙенең дуҫтары менән карьер буйына ял итергә килә. Осрашыу хөрмәтенә улар кәйеф-сафа ҡора.

Әммә ниндәйҙер мәлдә 2018 йылғы бала күҙҙән юғала. Ваҡиға шаһиттары ашығыс хеҙмәттәр саҡырта. Ҡотҡарыусылар һыу төбөнән 4 йәшлек баланың һәм уның атаһының кәүҙәһен сығара.

Һыу инеү урыны йыһазландырылмаған булған. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, тыйылған урындарҙа, айырыуса эскән килеш һыу инеү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу йылға-күлдәрҙәге фажиғәләрҙең төп сәбәбе булып тора.