Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙың бер төркөмөнә бөгөн Дим биҫтәһенең «Аҡ ысыҡ» микрорайонында фатир асҡыстары тапшырылды. Торлаҡ хужалары был бәхетле көндө йылдар дауамында көткән.
Суд тупһаларын тапаған, төрлө инстанциялар буйлап йөрөгән. Проблема Республика етәкселеге контролгә алғас ҡына хәл ителгән. Фатир асҡысы алыусыларҙың ҡыуанысын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Лариса Вәхитова фатир асҡысын әсәһе өсөн ала. Ғәзиз кешеһе 2010-сы йылда Кузнецов Затонында торлаҡ алыуға килешеү төҙөй. Ғүмер буйы эшләп йыйған аҡсаһын бер бүлмәле фатир алыуға һала, әммә йорт төҙөлмәй.
Әсәһе һуңғы көндәренә тиклем иҫке ағас йортонда йәшәргә мәжбүр була, торлаҡ алам тип алданыу, суд тупһаларын тапау эҙһеҙ үтмәй, ул онкология сиренә дусар була. Ҡәҙерле кешебеҙ йыл ярым элек вафат булды, ошо бәхетле көндө күрә алманы, ти Лариса Викторовна.
Николаевтар ғаиләһе Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамында бер бүлмәле фатир алыуға 9 йыл элек «Деал» төҙөлөш компанияһы менән килешеү төҙөй. Тик намыҫһыҙ төҙөүселәр бер ҡатлы һатып алыусыны тишек кәмгә ултырта, йорт бөтөнләй төҙөлмәй.
Ғаилә суд тупһаларын тапай, ғәҙеллек даулай. Проблема Республика етәкселеге контроләг алғас ҡына хәл ителә башлай. Хәҙер Николаевтар Дим биҫтәһендәге яңы йортта бер бүлмәле фатир хужаһы. Өмөтө өҙөлгәйне, әле һаман ышанып етмәйбеҙ, ти хужалар.
Өлөшлөтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙың 2 тиҫтәнән ашыуына торлаҡты «Ағиҙел-инвестрой» компанияһы биргән. Бының өсөн Республика тарафынан ойошмаға төҙөлөш өсөн бушлай ер участкаһы бүленә.
Төҙөлөш компанияһы Дим биҫтәһендә 13 күп ҡатлы йорт төҙөй. Хужалар әйтеүенсә, бер юлы ифраструктара объекттары ла сафҡа индерелә. Эргәлә генә баллар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған, белем усағы төҙөлә. Һәр йорт алдында кескәйҙәр өсөн уйын ҡаласыҡтары, спорт майҙансыҡтары бар.
Әле Башҡортостанда өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар исемлегендә 3 меңдән ашыу кеше. Проблеманы 2023 йылдың аҙағына тиклем хәл итеп бөтөү күҙаллана. Белгестәр әйтеүенсә, төрлө алымдар ҡулланыла. Төҙөлөш компаниялары менән килешеп фатир биреү ҙә, аҡсалата түләүҙәр ҙә ҡаралған.
Рәмзиә Кәримова