Башҡортостанда ураҡ эштәре башланды

Башҡортостанда ураҡ кампанияһы башланды. Көйөргәҙе, Йәрмәкәй, Туймазы райондары ужым бойҙайын сабыуға төштө. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл 1 миллион 757 мең гектарҙа уңыш йыйып алырға кәрәк. Уның 262 мең гектары -  ужым ашлығы, миллион ярым гектары - яҙғы бойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар. Мәләүез районының  “Салауат”  хужалығы ураҡ эштәренә тулыһынса әҙер. Баш агроном Рәзилә Яманаева әйтеүенсә, быйыл уңыш мул көтөлә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт