Яҡташтарыбыҙ Донбасста торлаҡ йорттарҙы һәм социаль объекттарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнәсәк.
Төҙөүселәр бригадаһын алыҫ юлға оҙатырға Башҡортостан башлығы килде. Төркөмдә бөтәһе – 32 белгес, улар Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Ключ ҡалаһында өйҙәрҙе ремонтлау эшен алып барасаҡ. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ алдында Петровское ауылындағы 22-се һанлы белем усағын төҙөкләндереү бурысы тора.
Был мәғариф учреждениеһы данлыҡлы яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтә. Объектты 1 сентябргә тиклем файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Радий Хәбиров төҙөүселәргә хәйерле юл һәм эштәренең уңышлы барыуын теләне.
Рәмзиә Кәримова