Өфө урамдарында бер ҡатын 38 йәшлек ҡатынды һәм уның 6 йәшлек улын бәрҙергән

Бөгөн Өфөнөң Софья Перовская урамы менән Аврора урамы киҫелешендә «Ниссан Жук» автомобиле менән идара итеүсе водитель 38 йәшлек ҡатынды һәм уның 6 йәшлек улын бәрҙерә.

Йәйәүлеләрҙең фажиғә урынында ғүмере өҙөлә. Һәләк булыусылар светофорҙың йәшел утына үтеп барған була. Водитель һүҙҙәренсә, ул балаһын ашатырға тип иғтибарын ситкә йүнәлтә, бәрҙергәндән һуң педалдәрҙе бутап, яңылыш газға баҫа. Ваҡиға урынында республиканың Эске эштәр министры Роман Деев, Өфөнөң Киров районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Ҡолсурин, тәфтиш-оператив төркөм һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлағандан һуң процессуаль ҡарар сығарыласаҡ.

Водителдәр арҡаһында үлемесле юл-транспорт фажиғәләре йышайыуға бәйле Башҡортостан прокуроры Игорь Пантюшин автомобиль менән идара итергә өйрәтеүсе автомәктәптәре, шулай уҡ пассажирҙар ташыусы ойошмаларға лицензия биреү законлылығын тикшерергә ҡушты.

Әлфинә Килдейәрова