Илеш районы умартасылары быйыл килемһеҙ ҡалған

Рапс баҫыуының химик эшкәртелеүенә бәйле ҡайһы бер шәхси хужалыҡтарҙа бал ҡорттары күпләп ҡырылған. Зыян күргән йүнселдәр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Умартасы Нәзир Рәхимов устарына һалып ҡырылған ҡорттар һанын иҫәпләй. Юғалтыуҙар ҙур. Күстәр бөтөнләй көсһөҙләнгән. Йүнсел билдәләүенсә, быға, тәү сиратта, яҡындағы баҫыуҙың пестицидтар менән эшкәртелеүе сәбәпсе

Илеш районында тиҫтәләп умартасы бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы тураһында хәбәр иткән. Иҫәнбай ауылында ғына биш шәхси хужалыҡтың зыян күреүе билдәле. Руслан Вилданов та күстәрҙең ағыуланыуында төп сәбәпте асыҡларға теләп, ҡорт өлгөләрен махсуслашҡан лабораторияға тикшереүгә тапшырҙы. Был да өҫтөмө финанс сығымдар.

Илеш районында 3500 га майҙанда рапс сәселгән. Баҫыу майҙандары алты хужалыҡҡа ҡарай. Ҡоротҡостарҙың төшөүенә бәйле был биләмәләр дүрт-биш тапҡыр химикаттар менән эшкәртелгән. Һуңғы көслө препарат була. Ул бал ҡорттары өсөн беренсе класс хәүефкә эйә.

Йәйҙең яуым-төшөмлө, йылы булыуы кәбеҫтә көйәһеның үрсеүенә сәбәпсе булған. Ҡоротҡос майлы культураның япраҡтарын юҡҡа сығарған. Райондың баш агрономы Сергей Пискарев билдәләүенсә, был майҙандарҙа инсектицид ҡулланғандан һуң ғына зарарлы бөжәктәр ҡырҡа кәмегән.

Быйыл районда рапс баҫыуының һәр гектарынан кәмендә ике мең ярым тонна уңыш алырға иҫәп тотҡайныҡ. Әммә ҡоротҡостар төшөүгә бәйле был күрһәткес ике тапҡырға кәмерәк буласаҡ. Шуны лә билдәләп үткем килә – әгәр ҙә сәсеүлектәр химикаттар менән эшкәртелмәгән булһа,  беҙ уңышты бөтөнләй юғалтыр инек.

Сергей Пискарев, Илеш районы баш агрономы

Ауыл хужалығы предприятиелары  химик эшкәртеү тураһында умартасыларҙы алдан иҫкәртергә тейеш. Сикләүҙәр иң күбе ике аҙнаға иҫәпләнгән. Ошо ваҡытҡа умарталыҡты хәүефһеҙ урынға – баҫыуҙан кәмендә биш саҡрымп алыҫлыҡҡа күсереп ҡуйырға кәрәк. Фермер Ғилемйән Ғәйнетдинов билдәләүенсә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр араһында был талапты үтәмәүселәр ҙә бар.

Илеш районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы умартасылар менән осрашыу үткәргән. Зыян күргән шәхси хужалыҡтар исемлеге төҙөлгән. Ведомство-ара комиссия тарафынан тикшереү алып барыла.

Умартасылар судҡа мөрәжәғәт итеп, ауыл хужалығы предприятиеһынан компенсация алыуға дәғүә итә ала. Сөнки улар бөгөн бөтөнләй килемһеҙ ҡалған. Ҡорттар юҡ икән, тимәк, бал да юҡ.

Илеш районында киләһе йылдарҙа рапсҡа тәғәйенләнгән сәсеүлек майҙанын кәметеү планлаштырылмаған. Шулай ҙа баҫыу химикаттар менән эшкәртелгән осорға умарталарҙы ваҡытлыса күсереп ҡуйыу өсөн хәүефһеҙ урын билдәләү ҡаралған. Был участкалар райондың төньяҡ һәм көньяҡ зоналарында ойошторола.

Гөлназ Хәйбуллина