Сарала Хәйбулла районы республика исеменән сығыш яһаны.
Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр ял паркына килеп, башҡорт мәҙәниәтен сағылдырған этноҡаласыҡ менән танышты. Ҡул эштәре, милли аш-һыу күргәҙмәләрен ҡараны. Майҙанда үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны, милли уйындар һәм спорт ярыштары уҙғарылды. Шулай уҡ сара сиктәрендә ике төбәк араһында бәйләнеште нығытыуға тос өлөш индергән урындағы халыҡ тәбрикләнде.
Гөлназ Хәйбуллина