Арҙаҡлы шәхес Ғәбит Арғынбаевтың тыуыуына 170 йыл тулыу айҡанлы, сәсәндең тыуған төйәгендә «Арғынбаевтар шәжәрәһе «үтте.
Тирмәләр. Нәҫел ептәрен бәйләүсе шәжәрә ағасы.Милли аш -һыу һәм уйындар. Күңелле йыр моң. Былар барыһы ла ауылдаштар байрамының биҙәгенә әүерелде. Миҙәтғалиндар үҙҙәренең ете быуынын өйрәнеп, шәжәрә ағасын төҙөгән. Ата-бабаларыңды, үҙ ғаиләңдең тарихын белеү, уны киләсәк быуынға еткереү – Миҙәтғалиндарҙың төп маҡсаты.
Һуңғы йылдарҙа быуындар бәйләнешен тергеҙеү,шәжәрә байрамын уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Ошо ерлектә тыуып үҫеп, тамырҙары төрлө яҡтарға таралған, үҙҙәрен Ғәбит сәсән тоҡомонан тип иҫәпләгәндәрҙең барыһы ла Арғынбаевтарҙың шәжәрә байрамына ашыҡты.
Байрамда Ҡолсора йәйләүе, Арғынбаевтар, Миҙәтғәлиндар үҙ тирмәһен урынлаштыра. Сарала ауылдаштар һәм туғандар үҙ-ара аралашып ҡына ҡалманы, ә ҡул эштәре өлгөләре, халыҡ медицинаһы менән таныша алды.
Программа урындағыларҙың һәм баш ҡаланан килгән эстрада йондоҙҙары тарафынан әҙерләнгән бай концерты һәм халыҡ уйындары менән үрелеп барҙы. Бил батырҙары көс һынашҡан-көрәш бәйгеһе һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Шәжәрә байрамы ҡан-ҡәрҙәштәрҙе осраштырыу, таныштырыу, туғанлыҡ ептәрен нығытыусы, йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүсе байрам. Ғәбит сәсән мираҫтары үҙ бабалары исемен мәңгеләштереп кенә ҡалманы, шәжәрә байрамын ойоштороп, нәҫел ептәрен барланы.
Альбина Баййегетова