Радий Хәбиров Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарына ҙур өмөттәр бағлауын белдерҙе

Бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса советтың ултырыш үтте. Был яңыртылған составтың тәүге осрашыуы.

Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған ултырышта һүҙ советтың йәмғиәттә тотҡан урыны, башҡарылған эштәр, алда торған бурыстар хаҡында барҙы. Был ойошма республикала 2019 йылда барлыҡҡа килә, уның составына төрлө тармаҡ белгестәре ингән, бөтәһе 4 тиҫтәгә яҡын кеше.

 Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың тәүге рәйесе Владимир Барабаш була. Әле состав 50 процентҡа тиерлек яңыртылған, яңы рәйес һайланған. Хәҙер Советты өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы булараҡ билдәле юрист Зөлфиә Ғайсина етәкләйсәк. Радий Хәбиров тәүге составҡа һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Советҡа ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Республика башлығы билдәләүенсә, әле йәмәғәт ойошмаларның ярҙамына ихтыяж ҙур. Украиналағы махсус операция ваҡытында Башҡортостан Донбасстан күсеп килеүселәрҙе ҡабул иткән. Яҡташтарыбыҙ Луганск халыҡ республикаһының иҡтисадын тергеҙеү, аяҡҡа баҫтырыу буйынса эш алып бара.

Беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре ерле халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, Башҡортостанда Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ике батальон төҙөлгән, башҡа хәрби составтарҙа ла республика егеттәре бар. Алғы һыҙыҡтағы был категориялар бөгөн дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының ярҙамына мохтаж, тине Радий Хәбиров.

Рәмзиә Кәримова