Өфөнөң 115-се гимназияһында күркәм юбилей уңайынан белем усағы яңыртыла

55 йыллыҡҡа яңы мәктәп. Өфөнөң 115-се гимназияһында күркәм юбилей уңайынан белем усағы яңыртыла. Объект йыл аҙағына сафҡа инергә тейеш. Бай тарихлы мәктәпкә яңы һулыш өргән төҙөлөш эштәре барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.

40 йыл дауамында 115-се мәктәптә балаларҙы математика фәненән уҡытҡан Алевтина Нагорнова яңыртылған гимназияны иңләй. Синыфтар иркенәйгән. Уҡыусылар һәм балалар өсөн заманса шарттар булдырыла.

Гимназияла эштәр былтыр декабрь айында башланғайны. Төҙөүселәргә спорт залы һәм ашхана урынлашҡан ике бер ҡатлы блокты тулыһынса һүтергә тура килә. Әле белем усағы инженер селтәрҙәргә тоташтырылған, ҡыйыҡ ябыу һәм фасад эштәре башҡарыла. Төҙөүселәр эске биҙәкләү һәм биләмәне төҙөкләндереүгә лә тотонған. Объектта барлығы 140-тан ашыу кеше эшләй.

Башҡарылған эштәрҙе төҙөкләндереү тип шартлы рәүештә генә әйтергә мөмкин. Мәктәп 80 процентҡа тулыһынса яңырған.Элекке белем усағынан ошо стеналар ғына ҡалған, 4 яңы корпус төҙөлгән.

Проект буйынса яңыртылған гимназия 1225 балаға иҫәпләнгән. Уның дөйөм майҙаны 4 меңдән 18 меңгә еткерелә. Синыфтарҙан тыш мәктәптә, иркен тамашалар залы, китапхана, бәләкәй һәм ҙур спорт залдары төҙөлә. Ихатала иһә бәләй стадион өсөн дә урын ҡаралған

115-се мәктәп коллектив көнбайыштың санкциялары мәлендә төҙөкләндерелә. Шуға ҡарамаҫтан, төҙөлөш материалдары, гимназия синыфтарын йыһазландырыу өсөн заманса һанлы уҡыу әсбаптары менән ҡыйынлыҡтар юҡ. Эштәр графиктан алда бара.

1967 йылда сафҡа ингән белем усағы «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә яңыртыла. Проекттағы һуңғы төҙәтмәләр буйынса ремонт эштәре 700 миллион һумға баһалана.

Рафиҡ Әхмәтшин