Туймазы районында өлкән йәштәге граждандар өсөн фестиваль ойошторолдо. Спорт һәм мәҙәни программанан тупланған байрам ике көн дауам итте. Сарала республика социаль йорттарында йәшәгән һәм психоневрология диспансерында дауланған пациенттар ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Темәс ауылындағы социаль йортта йәшәүсе Йәмил Мәғәфүров шашка уйынында күңелен тынысландырып, рухи көс туплай. Шуға ла оло йәштәге ир башҡа учреждениелар араһында ойошторлған ярыштарҙа һынатмай – һәр саҡ еңеүгә өлгәшә. Туймазы районында үткән фестивалдә лә хаҡлы ялдағы ир яратҡан шөғөлө артында.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн йога майҙаны ойошторолдо. Физик күнекмәләрҙе һәр кем үҙ хәленә ҡарап, уңайлы темпта башҡарҙы. Сәйхана, йыр-моң, бейеү майҙаны, макияж, һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә гөрләп торҙо.
Социаль йорттарҙа һәм психоневрология диспансерында йәшәүселәр өсөн фестиваль федераль грант аҡсаһына уҙғарылды. Тиҫтәләгән заявка араһында еңеүгә өлгәшкән проектты тормошҡа ашырыу өсөн 500 һум аҡса йәлеп ителгән.
Флорида Ким