Өфөнөң 264-се балалар баҡсаһы Президент гранттары фондынан ярҙам алырға ниәтләй

Консультация үҙәге программаһына полилингваль белем биреү һәм фәнни күренештәрҙе аңлатыу буйынса дәрестәр өҫтәү күҙаллана. Төп маҡсаттарҙың береһе – ул ата-әсәләрҙе балалар педагогикаһына өйрәтеү булып тора.

Шул иҫәптән, мәжбүри күсеп килеүселәрҙе һәм балалар йортонан сабый алырға теләүселәрҙе уҡытыу ҡаралған. 264-се балалар баҡсаһында Консултация үҙәге өс йыл эшләп килә. Логопед, психолог һәм дефектолог кәңәштәрен бушлай алырға мөмкин. Шулай уҡ робототехника, фән, инженерия һәм компьютер кластары булдырылған.

Әлфинә Килдейәрова